Новости
31 Октябрь 2024, 10:50

Епшек ҡар көтөлә

Һауа температураһы төндә +2,-3, көндөҙ 0,+5 градус тәшкил итәсәк.

Башҡортостанда алдағы тәүлектә һауа торошоноң үҙгәреүе фаразлана. БР буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятыуы, елдең секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫеүе, төндә һәм иртән томан төшөүе, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк булыуы көтөлә.

Иртәгә болотло һауа торошо фаразлана. Һауа температураһы төндә +2,-3, көндөҙ 0,+5 градус тәшкил итәсәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас