+21 °С
Болотло
БР буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә республикала 34 мутлашыу осрағы теркәлгән. Ҡорбандарҙың береһе, Өфөнән 67 йәшлек ҡатын, мутлашыусыларға 1 миллион һум аҡса күсергән. Енәйәтселәр үҙҙәрен поликлиника һәм Дәүләт хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған. Улар ҡатынды "Ваш аккаунт взломан" тип ышандыра, һәм аҡсаны ашығыс рәүештә «хәүефһеҙ» иҫәпкә күсерергә кәрәклеген әйтә. Ҡатын мутлашыусыларға ышана һәм аҡса күсерә.