+24 °С
Ямғыр
Баймаҡ ҡалаһының Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында яугир һалдаттар өсөн маскировка костюмы тегелә. Уның менән оҙаҡ йылдар тегеү буйынса мастер Надежда Назарова етәкселек итә. Кисә унда Түбә ауылы ағинәйҙәре булды. Ваҡытында Түбә теген фабрикаһында эшләгән оҫталар өсөн был эш ауырлыҡ тыуҙырманы. Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, тигән теләктәрен улар белдерҙе