+21 °С
Болотло
"Юлыҡ ауылында ,,Яманташ" күперен ремонтлау буйынса өмә үтте. Был эшкә ағас биреүсе Маннапов Басир Фәрһәт улына, үзенең пилорамында ағасты бысыусы Маннапов Рауил Заһрый улына, Наил Рауил улына рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Был ҙур өмәлә ҡатнашҡан бөтә ир -егеттәребеҙгә лә ҙур рәхмәт. Ауылым тип янып йөрөүселәр барҙа, ауыл йәшәр. ,,Яманташ"ҡоҙоғонан һыу эсергә, матур яланға, урманға, уңышлы баҫыуға, иҫ китмәле тәбиғәтебеҙгә һоҡланып йөрөргә ышаныслы күперебеҙ булды. Афариндар!" - тип хәбәр итте юлыҡтар.