Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Октябрь 2024, 17:50

Атай менән ял көнө

Бөгөн Иҫке Сибай ауылында үҙенсәлекле сара уҙҙы.

"Атай менән ял көнө" тип аталды бөгөн үтеп киткән сираттағы сарабыҙ. Матур көн менән файҙаланып балыҡ тоторға яратыусылар Иҫке Сибайҙың быуаһында йыйылдылар . Шул сама кескәй балыҡсыларҙы бер көндә быуа әле күргәне юҡтыр ул . Ҡыҙҙар, малайҙар ҡармаҡлап ҡына ултырманылар . Һәр береһен атайҙар кәмәләрҙә йөрөттө . Кемдәрҙер килеп торҙо, кемдәрҙер иртәрәк ҡайтты. Барыһын да һыжлап ултырған самауыр көттө. Атайҙар балыҡ ҡына тоторға түгел, оҫта ашнаҡсылар икәндәрен дә күрһәттеләр. Матур көндө яҡшы эш менән тамамлап ҡуйҙыҡ. Атайҙар, балалар яр буйлап йөрөп барлыҡ сүп-сарҙы йыйып алды. Таҙа ярҙан тороп балыҡ тотоуо күңелдәрҙә ҡәнәғәтлек тыуҙыра. 🖊️Сибай Утарбаев, Атайҙар ҡоро рәйесе.

Атай менән ял көнө
Атай менән ял көнө
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас