

Баймаҡ районында Һаҡмар һыуһаҡлағысын капиталь ремонтлау буйынса эштәр алып барыла Башҡортостан республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Данил Шәрәфетдинов эш сәфәре менән Баймаҡ районында булды. Сәфәр барышында Данил Шәрәфетдинов Һаҡмар һыуһаҡлағысында булды, унда коллегалары менән бергә район хакимиәте һәм подряд ойошмаһы вәкилдәре менән осрашты, объекттың гидротехник ҡоролмаһын капиталь ремонтлау буйынса ағымдағы мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Данил Шәрәфетдинов билдәләүенсә, быйыл Сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн Һаҡмар һыуһаҡлағысының гидротехник ҡоролмаһын капиталь ремонтлауға 226,8 миллион һумлыҡ контракт төҙөлгән. Эштәр 2,5 йылға иҫәпләнгән һәм 2026 йылдың октябрендә тамамланырға тейеш. Эштәр республика бюджетынан һәм федераль субсидия иҫәбенә финанслана.