Новости
24 Октябрь 2024, 08:00

Ауылымда мәсет төҙөлә

Был ауылда тиҙҙән аҙан тауышы яңғыраясаҡ.

АУЫЛЫМДА МӘСЕТ ТӨҘӨЛӘ Матур инде быйыл көҙө лә - Ауылымда мәсет төҙөлә! Бисмилләле ошо төҙөлөш Алып килер бик күп үҙгәреш. Тыйнаҡланыр ҡыҙҙар, егеттәр, Хәрәм ризыҡ һатмаҫ кибеттәр. Имен үтһен, тиеп, ҡыш-йәйҙәр, Намаҙлығын йәйер инәйҙәр. Бәрәкәтле булыр табындар, Һәр бер йортта ҡорбан салырҙар. Никах менән үтер бар туйҙар, Бик өлөшлө булыр сабыйҙар. Мәсет төҙөй беҙҙә ир-аттар... Һоҡланырҙар уға ҡунаҡтар. Моңло аҙан таңда уятыр - Ауылыма шулай ҡот ҡайтыр! 🖊️Авторы - Зөлфиә Ханнанова. Фотола Баймаҡ районының Моҡас ауылында мәсет төҙөлөшө тамамланыуға бара

Ауылымда мәсет төҙөлә
Ауылымда мәсет төҙөлә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас