Новости
24 Октябрь 2024, 12:05

Аферистарға 13 миллион һумға яҡын аҡса ебәргән

Тәүлек эсендә республика халҡы аферистарға 29 миллион һумдан ашыу аҡса "бүләк иткән"

Аферистарға 13 миллион һумға яҡын аҡса ебәргәнАферистарға 13 миллион һумға яҡын аҡса ебәргән
Аферистарға 13 миллион һумға яҡын аҡса ебәргән

Тәүлек эсендә республика халҡы аферистарға 29 миллион һумдан ашыу аҡса "бүләк иткән".

Стәрлетамаҡ районы полицияһына Салауат ҡалаһынан 44 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ир бер аҙна дауамында популяр мессенджерҙа үҙенең компанияһы етәкселеге, ФСБ һәм Росфинмониторинг хеҙмәткәрҙәре булып алдаған мутлашыусыларҙан шылтыратыуҙар алғанын һөйләне. Мутлашыусылар ирҙе билдәһеҙ кешеләр уның шәхси мәғлүмәттәренә үтеп инеп, уның исеменә кредиттар алған тип ышандырған. Улар уның иҫәбендәге ҙур сумма аҡса тураһында белеп ҡала һәм бөтә аҡсаны алып, һаҡлыҡ иҫәбенә күсерергә кәңәш итә. Аҡса алғандан һуң енәйәтселәр, был аҡса етмәйәсәк тип, рәсмиләштергән суммаға кредит алырға тәҡдим итә. Ир күрһәтелгән банктарға бара, унда дөйөм суммаһы 7 миллион һумлыҡ кредиттар алыпал, аҡсаны мутлашыусылар иҫәбенә күсерә. Һөҙөмтәлә ул аферистарға 13 миллион һумға яҡын аҡса ебәрә. 

Һаҡ булығыҙ! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас