Новости
23 Октябрь 2024, 06:05

Темәс мәктәбенән ярҙам килде

Улар яугирҙәргә ҙур суммала аҡса күсерҙе.

Темәс мәктәбе коллективы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 20270 һум аҡса тапшырҙы. Һеҙҙең ярҙамығыҙ һәм киткән ваҡытығыҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Эргәлә шундай патриотик рухтлы яҡташтарыбыҙҙың булыуы яугирҙәргә генә түгел, беҙгә лә ҙур этәргес көс бирә.

Өҫтәп шуны ла әйтеп китергә кәрәк, мәктәптә “Изгелек ҡумтаһы” ултыртылған. Унда теләгән һәр кем яугирҙәргә матди ярҙам ҡалдыра ала.

Темәс мәктәбенән ярҙам килде
Темәс мәктәбенән ярҙам килде
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас