Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Октябрь 2024, 06:20

Мөғжизә бүләк итеү өсөн

Быйыл Ҡыш Бабайҙың әкиәт поезы Башҡортостандың өс ҡалаһында буласаҡ

Мөғжизә бүләк итеү өсөнМөғжизә бүләк итеү өсөн
Мөғжизә бүләк итеү өсөн

Быйыл Ҡыш Бабайҙың әкиәт поезы Башҡортостандың өс ҡалаһында буласаҡ.

Маршрутҡа ярашлы, 24 декабрҙә Ул Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, ә 25 декабрҙә Өфөлә туҡталыш яһаясаҡ. Йола буйынса, был көндө Өфөнөң вокзал яны майҙанында йәш ҡунаҡтар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн артистар һәм аниматорҙар ҡатнашлығында күңел асыу программаһы ойоштороласаҡ, ул ҡышҡы әкиәт атмосфераһын бирәсәк. Поезд килгәс, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу вагондан сығып, йыйылыусыларҙы яңы йыл менән ҡотлай. Байрам составы туҡтаған ваҡытта теләгән һәр кем паровоз һәм сағыу вагондар фонында иҫтәлекле фотолар төшөрә, төньяҡ сувенирҙары менән вагон-кибеткә һәм төньяҡ аш-һыуы әҙерләнгән вагон-ресторандарға бара ала.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас