+21 °С
Болотло
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ваҡиға алдынан ҡатындың тыуған көнө булған. Тантана уңайынан ир менән ҡатын таныштарын һәм туғандарын ҡунаҡҡа саҡыра. Табындан һуң ҡунаҡтарҙың бер өлөшө өйҙәренә тарала, ә ҡалған туғандары менән хужалар байрамды икенсе көнгә тиклем дауам итә. Табын барышында ғаилә парҙары араһында көнсөллөк арҡаһында конфликт килеп сыға ҡатыны ирен һеңлеһенә көнләшә. Хәмер йоғонтоһонда булыуы ла үҙенекен эшләй. Ғәйепләнеүсе аш-һыу бүлмәһендәге бысаҡты ала һәм һеңлеһен бер нисә тапҡыр бысаҡ менән яралай. Ашығыс ярҙам саҡыртыла. Һаулыҡҡа аңлы рәүештә ауыр зыян килтереү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.