БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кискеһен популяр мессенджерҙарҙың береһендә Өфөлә йәшәгән ҡатынға үҙен уның начальнигы тип танытҡан кешенән хәбәр килгән. Ул уның менән ФСБ хеҙмәткәре бәйләнешкә инәсәген һәм барыһын да аңлатасағын хәбәр итә.
Тиҙҙән уға йәнәһе лә ФСБ хеҙмәткәре шылтырата, ул предприятие мәғлүмәттәренең ситкә китеүе тураһында һөйләй һәм элекке һәм хәҙерге хеҙмәткәрҙәр исемлеген әйтә. Мутлашыусы шулай уҡ ҡатындың исеме енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтында булыуын белдерә. Уның һүҙҙәренсә, төндә уның исеменән сит ил иҫәптәренә аҡса ебәрелгән һәм банктарҙа кредиттар рәсмиләштерелгән.
Ғәйепһеҙлеген иҫбатлау өсөн уға сит ил иҫәптәренә аҡса күсереүҙе туҡтатырға тәҡдим итәләр. Шулай уҡ мутлашыусы банк карталарында аҡса булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһына. Ҡатын өйөндә ҙур сумма аҡсаһы барлығын әйтә. Ҡатын аҡсаны банк ячейкаһына һалырға кәңәш итә, уның фатирында тентеү үткәреләсәген аңлата. Ул, әгәр аҡса махсус иҫәпкә күсерелһә, уның зыян күреүсегә ҡарауын иҫбатлау еңелерәк булыр, тип өҫтәй.
Ҡатын банкка барып, 600 мең һумдан ашыу аҡсаһын мутлашыусылар әйткән махсус иҫәптәргә күсергән. Тиҙҙән уға йәнә "ФСБ" һәм "финанс хеҙмәттәре" хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыуҙар килә башлай. Шул саҡта ҡатын аптырап ҡыҙына хәлен һөйләй. Ҡыҙы уға уның мутлашыусылар ҡулына эләгеүен аңлата.