Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Октябрь 2024, 10:05

2025 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме билдәле булды

2025 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ)17% тиерлек артасаҡ.    

2025 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ)17% тиерлек артып, 22 440 һум тәшкил итергә тейеш.

 

Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа киләһе йылдан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу тураһында закон ҡабул итте, тип хәбәр итә дәүләт органы сайты.

«2025 йылдың 1 ғинуарынан МРОТ 17% тиерлек артып, 22 440 һум була. Был эшләп йөрөгән 4,2 миллион гражданға ҡағыла», — тине Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.

«Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен этаплап, йыл һайын арттырыу — президент указында билдәләнгән милли үҫеш маҡсаттарының береһе. 2030 йылға хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 35 мең һумға етергә тейеш», тип билдәләне ул.

Сығанаҡ:

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-10-22/stalo-izvestno-kakim-budet-mrot-s-1-yanvarya-2025-goda-3979361

2025 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме билдәле булды
2025 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме билдәле булды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас