Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь , 15:55

Мутлашыусылар ялған квитанция ебәрә башлаған

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләйем тип мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгергә була

Мутлашыусылар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ялған квитанциялар ебәрә башланы, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Мутлашыусылар квитанцияларҙы «түләү буйынса бурыс» тураһында мәғлүмәт менән почта йәшниктәренә тарата, унда ялған QR-код күрһәтелә. Әгәр квитанцияла яҙылғанға ышанып, QR-кодты ҡулланып «талап ителгән бурыс» түләнһә, аҡса мутлашыусыларҙа күсә. Шулай уҡ квитанциялағы QR-код фишинг һылтанмаһына инәсәк, уның буйынса күскән осраҡта мутлашыусылар шәхси мәғлүмәттәргә инә ала.

Ялған квитанцияны реквизиттар буйынса айырып була..

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: