Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь , 11:15

ЕГЭ-ның минималь кимәле билдәләнде

2024/2025 уҡыу йылы менән сағыштырғанда, министрлыҡ 2025/2026 уҡыу йылында рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханының үтеү кимәлен ике баллға арттырырға тәҡдим итә: быға тиклем ул 40 балл тәшкил иткән. Шулай уҡ йәмғиәтте өйрәнеү буйынса БДИ-ның минималь кимәлен 45 баллдан 42 балға тиклем төшөрөргә тәҡдим ителә...

РФ мәғариф министрлығы бойороғо менән 2025/2026 уҡыу йылына Берҙәм дәүләт имтиханының минималь баллдарын билдәләне. Документ норматив хоҡуҡи акттар порталында баҫылған.

Проектҡа ярашлы, имтихан тапшырыу өсөн рус теле буйынса – минималь балл булараҡ 42 балл, математика буйынса – 39 балл, физика буйынса – 39 балл, йәмғиәтте өйрәнеү буйынса – 42 балл, тарих буйынса – 35 балл, информатика буйынса – 44 балл, сит тел буйынса – 30 балл, әҙәбиәт буйынса – 40 балл, биология буйынса – 39 балл, география буйынса – 40 балл һәм химия буйынса-39 балл билдәләргә тәҡдим ителә.

2024/2025 уҡыу йылы менән сағыштырғанда, министрлыҡ 2025/2026 уҡыу йылында рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханының үтеү балын ике балға арттырырға тәҡдим итә: быға тиклем ул 40 балл тәшкил иткән. Шулай уҡ йәмғиәтте өйрәнеү буйынса БДИ-ның минималь балын 45 баллдан 42 балға тиклем төшөрөргә тәҡдим ителә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: