Новости
21 Октябрь 2024, 04:00

Иң зирәктәр бүләкләнде

Конкурс комиссияһы ағзалары призлы урындарҙың береһе буйынса өс еңеүсене билдәләне. Еңеүселәр - Новикова Влада, Копейкин Роман, Байымов Морат.

Иң зирәктәр бүләкләндеИң зирәктәр бүләкләнде
Иң зирәктәр бүләкләнде

Сираттағы тапҡыр Баймаҡ районы Һайлау комиссияһы рәйесе Ш.Ш. Моталлапов менән 18 йәштән кесерәк физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы мәсьәләләре буйынса конкурс үткәрелде. Быйыл ҡатнашыусыларҙың күбеһе Урал аръяғы агросәнәғәт колледжынан булды. Һәр ваҡыттағыса дистанцион уҡытыу үҙәге уҡыусылары әүҙем булды.

Конкурс комиссияһы ағзалары призлы урындарҙың береһе буйынса өс еңеүсене билдәләне. Еңеүселәр: Новикова Влада - беренсе урын, Копейкин Роман-икенсе урын, Байымов Морат-өсөнсө урын.

Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе, ҡатнашыусыларға һәм ойоштороусыларға рәхмәт белдереп, бөтәһенә лә дипломдар һәм сувенирҙар тапшырҙы. Ул шулай уҡ һәр граждандың власты һайлау хоҡуғына эйә булыуын билдәләне. Илебеҙҙең киләсәге һеҙҙең менән генә бәйле, тине ул.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас