+24 °С
Ямғыр
Яуыз ниәт менән кешенең һаулығына ауыр яралар килтергән гражданға хөкөм ҡарары сығарылды. 36 йәштәге ир иҫерек килеш танышы менән талашып китә. Эш һүҙ менән генә туҡтамай. Ул өҫтәлдәге бысаҡты ала һәм танышының муйынын яралай. Бынан һуң да туҡтамай, ирҙең өҫтөнә ултырып, уны туҡмай башлай.
Тикшереү барышында ул ғәйебен өлөшләтә генә таныны. Бысаҡҡа бөтөнләй теймәүен, иҫерек булғас күп нәмәне хәтерләмәүен белдерҙе.
Суд бар факттарҙы иҫәпкә алып уны 3 йыл да 6 айға ҡаты режимлы колонияға хөкөм итте.
Т. Ильясов, район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.