Новости
21 Октябрь 2024, 03:55

Бейеш батыр иҫтәлегенә

19 октябрь Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында "Айыҡ ауыл-2024" конкурсы сиктәрендә Бейеш батыр иҫтәлегенә арналған милли йәйәнән уҡ атыу турниры уҙҙы.Ярыштың ҡағиҙәләре буйынса уҡсылар шәхси беренселектә оҫта атыусылар, яңы ата башлағандар һәм балалар төркөмдәренә бүленде. Һәр береһе бөтәһе 5 этапта көс һанашты. Унда баймаҡтар көслө команда икәнлеген күрһәтте.

19 октябрь Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында "Айыҡ ауыл-2024" конкурсы сиктәрендә Бейеш батыр иҫтәлегенә арналған милли йәйәнән уҡ атыу турниры уҙҙы.
Ярыштың ҡағиҙәләре буйынса уҡсылар шәхси беренселектә оҫта атыусылар, яңы ата башлағандар һәм балалар төркөмдәренә бүленде. Һәр береһе бөтәһе 5 этапта көс һанашты:
1. Төрөк путаһы;
2.Ҡалҡан;
3. Һыбай;
4. Мәргән;
5. Башҡорт атышы.
Командалар 18 метрҙан атып ярыштылар. Ғәҙәттәгенән айырма булып ҡатын-ҡыҙҙар айырым, ир-егеттәр айырым команда булып ярыштылар.
Баймаҡ уҡсылары ошо һынауҙарҙы бик уңышлы үтеп төрлө дәрәжәләге миҙалдарға эйә булды.
Оҫта атыусылар араһында:
🥇 Рахманғолов Ғәфүр;
🥈 Өмөтбаев Тимур.
Яңы уҡ ата башлағандар араһында:
🥉 Ҡолһарин Морат.
Командалар араһында ла Баймаҡтар һынатманы.
🥇 Ир-егеттәр (Рахманғолов Ғәфүр, Өмөтбаев Тимур, Мырҙағәлин Илфат).
🥈 Ҡатын-ҡыҙҙар (Рахманғолова Сәлимә, Өмөтбаева Эльвира, Вәлеева Юлиә)
Шулай уҡ Ибраһимов Илдус Өфө командаһы составында 2-се урынға лайыҡ булды.

Ғәфүр Рахманғолов.

Бейеш батыр иҫтәлегенә
Бейеш батыр иҫтәлегенә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас