Новости
21 Октябрь 2024, 15:20

Бәләкәстәрҙән яугирҙәргә хат

Кескәйҙәр һалдатҡа хат яҙа. Баймаҡ ҡалаһының "Күбәләк" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре яугирҙәргә хат ебәргән

Кескәйҙәр һалдатҡа хат яҙа. Баймаҡ ҡалаһының "Күбәләк" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре яугирҙәргә хат ебәргән. "Һалдатҡа хат" акцияһы барышында кескәйҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы һалдаттар өсөн хаттар яҙа һәм һүрәттәр төшөрә. Балалар өйҙән алыҫ торған кешегә ярҙам кәрәклеген, һүрәттәрҙең һәм бүләктәрҙең ҙур көскә эйә булыуын аңлай. "Яугирҙәргә беҙҙең хат һәм бүләктәр барып етте. Беҙ рәхмәтлебеҙ, уларҙың батырлығына һоҡланабыҙ һәм тыуған яҡтарына имен-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!"- тип яҙа акцияны ойоштороусылар.

Бәләкәстәрҙән яугирҙәргә хат
Бәләкәстәрҙән яугирҙәргә хат
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас