+24 °С
Ямғыр
Бәләбәй район-ара прокуратураһы «аралашсы аша вазифалы кешегә ришүәт биреү»статьяһы буйынса 34 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 2023 йылдың март-апрелендә ҡатын үҙенең танышы аша ЮХХДИ хеҙмәткәренә иренең водитель таныҡлығын алыуҙа ярҙам итеүен һорап мөрәжәғәт иткән һәм инспекторға аралашсы аша 60 мең һум аҡса биргән. Әммә уның ире "праваһын" ала алмай. Ҡатын үҙ ғәйебен таныны. Енәйәт эше буйынса ҡарау өсөн Бәләбәй ҡала судына ебәрелгән. ЮХХДИ хеҙмәткәре һәм аралашсыға ҡарата енәйәт эштәре ҡуҙғатылған һәм тикшерелә.