Бөгөн Мерәҫ ауылының Еңеү паркында "Сәләмәт ауыл - 2024" конкурсы сиктәрендә, Айрат Фәтхулла улы Йәнтүриндың яҡты иҫтәлегенә арналған округтар араһында мини-футбол ярышы үтте. Яршта 6 команда ҡатнашты, уйндар көсөргәнешле барыуға ҡарамаҫтан урындар түбәндәгесә бүленде 🥇🏆 I урын "Парк" округы, 🥈 II урын "Шишмә" округы, 🥉 III урын "С.Юлае" округы. Номинациялар: - "Иң яҡшы уйынсы" - Нәҙербаев Марат, - "Иң яҡшы ҡапҡа һаҡлаусы" - Әлибәков Филюз, - "Иң оло ҡатнашыусы" - Йәнтүрин Таһир, - "Иң йәш ҡатнашыусы" - Нәҙербаев Юлай, - "Иң яҡшы йәш уйынсы" - Нәҙербаев Айсыуаҡ. Ошо ярышты үкәргән Йәнтүринә Фәрхәнә Ғарифулла ҡыҙына һәм уға ярҙам иткән ирекмәндәргә (тыуғандары, КФХ Нәҙербае Ғ.Р., ИП Хафизова Т.М.), Клуб хеҙмәткәрҙәренә, өҫтәл табыны әҙерләгән Ҡатын-ҡыҙҙар советына, командаларҙы әҙерләгән депутаттарға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Мерәҫ ауыл биләмәһе.