Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Октябрь 2024, 08:30

Ауылдаштарыбыҙға рәхмәт!

Ауылдарҙа шәхси хужалыҡтарҙағы малға көтөүсе табыу мәсьәләһе йылдан-йыл ҡырҡыулаша бара...

Ауылдарҙа шәхси хужалыҡтарҙағы малға көтөүсе табыу мәсьәләһе йылдан-йыл ҡырҡыулаша бара. Көтөү булмағанлыҡтан, ауыл хужалығы зыян күрә. Көтөүсе эше еңел түгел. Уның эш ваҡыты иртә таңдан ҡара кискә тиклем яҡынса 14 сәғәткә һуҙыла. Ямғыр, һалҡын тимәй, малдан күҙ яҙлыҡтырмай, кискә тиклем йөрөргә кәрәк. Был эш һәр кемдең дә ҡулынан килмәй, шуға күрә, ялҡып китеп, көтөүҙе ташлап та ҡуялар. Күпселек ауылда, көтөүсе табылмағанлыҡтан, сиратлап көтөргә мәжбүрҙәр. Ҡайһы берәүҙәр малын бөтөнләй иреккә сығарып ебәрә. . Төрлө урында эшләгән кешеләр көтөү көтөргә мәжбүр була .. Ә бына беҙҙең Ғәҙелбай ауылында көтөү яйға һалынған тип әйтеп була,аллаға шөкөр.Эре малды сиратлап көтәбеҙ ,бер һыйырға бер көн иҫәбенән. Ыуаҡ малды яҙ ,май башынан "кардыға" (кәртә)а алып барып тапшырабыҙ,көҙ,октябрҙә барып алабыҙ.Нисек рәхәт ибет. Был көтөүҙе беҙ Дәүләтбаев Вәкил һәм Асанов Йәүҙәт ағайҙарға ышанып тапшырабыҙ.Быйыл ярҙамға Салих исемле егет сыҡты.Улар үҙ эштәренә яуаплы ҡарайҙар.Ҡар яуһала,таш яуһа ла көтөүҙе бикләп ҡуймайҙар, Әйткәндәй,Йәүҙәт ағай ауыл клубында үткән концертарҙа әүҙем ҡатнаша .Уларға ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.Һаулыҡ,шатлыҡ,еңел булмаған эштәрендә сабырлыҡ теләйбеҙ.

Гөлшат Галина.

Ауылдаштарыбыҙға рәхмәт!
Ауылдаштарыбыҙға рәхмәт!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас