+21 °С
Облачно
Темәс ауылынан рухлы замандашыбыҙ Юлдаш Мусин Мостай Кәримдең шиғырын һөйләй. Юлдаш былтыр танылған шәхес, педагог һәм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Азамат Тажетдинов исемендәге республика ижади конкурсында беренсе урынды яуланы. Әйткәндәй, был конкурсты Баймаҡ районы журналистары, “Һаҡмар” гәзите, Ниғәмәт ауыл биләмәһе һәм шәхестең туғандары ойошторған ине. Юлдаш Мусин үҙенең үҙенсәлекле, рухлы шиғырҙары менән мәктәп йылдарынан уҡ таныш.