Новости
18 Октябрь 2024, 17:45

15-сеһе әҙер!

ти, Үрге Яйыҡбай ауылы ағинәйҙәре. Афарин!

Бөгөнгө көндә Үрге Яйыҡбай әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары, ағинәйҙәр көндәлек мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып тороп ,15-се масксетҡаны үреп бөтөүгә өлгәштеләр."АФАРИН"тип әйтәһе генә ҡала!Оҙаҡлатмай район ирекмәндәр штабына алып барып тапшырасаҡбыҙ.Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын,хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!Ҙур рәхмәт һеҙгә,шулай уҡ финанс ярҙамы күрһәткән барлыҡ ауылдаштарға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килеп,яугир егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ! БЕРҘӘМЛЕКТӘ-КӨС!

Зөлхәбирә Мырҙағәлина, ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы  рәйесе.

15-сеһе әҙер!
15-сеһе әҙер!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас