+24 °С
Ямғыр
«Метеовесть: һауа торошо тураһында һәм башҡалар» телеграм-каналында хәбәр ителеүенсә, планетабыҙҙың магнитосфераһы торошон фаразлау үҙәктәре шаршамбы, 16 октябрҙә, көсһөҙ магнит дауылдары көтөүен фаразлай.
Аҙна сағыштырмаса тыныс буласаҡ, тип билдәләнә, әммә бөгөн, шулай ҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы магнит тулҡындары булыуы ихтимал. Улар көсһөҙ йәки уртаса G1-G2 класы магнит дауылдары кимәленә етә.