Новости
16 Октябрь 2024, 08:55

Ил һаҡсылары килә башланы

 Хәҙер РФ оборона Министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй. Бында бөтә эш бер урында ойошторолған

Ил һаҡсылары килә башланыИл һаҡсылары килә башланы
Ил һаҡсылары килә башланы

Өфөлә «Черемушки» һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында (Элеватор урамы, 15) бер граждандарҙы хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ оборона Министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй. Бында бөтә эш бер урында ойошторолған: хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре документтар ҡабул итә һәм һорауҙарға яуап бирә, табиптар анализдар ала һәм кандидаттарҙы ҡарай, банк вәкилдәре оператив рәүештә «Мир» банк картаһын бирә, унда бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы килә

. Бында йоҡлау урындары бар, шулай уҡ өс тапҡыр ҡайнар аш менән ашхана эшләй. Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай. Ике көн эсендә бында 40-ҡа яҡын кеше урынлашҡан. Бөгөн тағы ла өс-дүрт тиҫтәгә яҡын доброволец килеүе планлаштырыла. Бында бер үк ваҡытта бында 100 гә яҡын кеше була ала.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас