Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Октябрь 2024, 04:05

Енәйәтселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан аҡса талап итә

Улар хәрби әсирҙәрҙең һәм хәбәрһеҙ юғалғандарҙың ғаиләләренә хәбәр ебәрә йәки шылтырата, яҡындарын һалдаттарҙы алмашыу исемлегенә индерергә тәҡдим итә, йәнәһе, хәрбиҙәр үҙҙәре был турала һорай....Тулыраҡ беҙҙең сайтта:


Улар хәрби әсирҙәрҙең һәм хәбәрһеҙ юғалғандарҙың ғаиләләренә хәбәр ебәрә йәки шылтырата, яҡындарын һалдаттарҙы алмашыу исемлегенә индерергә тәҡдим итә, йәнәһе, хәрбиҙәр үҙҙәре был турала һорай.

Туғаныңа «ярҙам итеү» өсөн хәбәрҙәге һылтанма буйынса үтергә һәм анкета тултырырға йәки алдан аҡса түләргә кәрәк. Шулай итеп, мутлашыусылар һеҙҙең аҡсағыҙҙы ғына түгел, шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе лә урлай.

❗Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһе бер ҡасан да хеҙмәт күрһәткән өсөн аҡса күсерергә йәки әсирҙәрҙе алмашыу өсөн ниндәйҙер форма тултырырға һорамай. Нисек кенә булмаһын, билдәһеҙ һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ.

📞 Ойошманың ҡыҙыу элемтәһе: 8 (800) 234-07-07. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта шылтырата алаһығыҙ.
 
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас