Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Октябрь 2024, 17:04

"Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт"

тип белдерҙе махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр.

Бөгөн Үрге Яйыҡбай мәктәбендә уҡыусылар, ағинәйҙәр , ялға ҡайтҡан яугир һалдаттарыбыҙ менән берлектә матур осрашыу булып үтте.Миңнур Исмәғил ҡыҙы уҡыусыларҙы һалдаттарыбыҙ менән таныштырҙы,балалар үҙҙәренең йырҙары,бейеүҙәре менән сығыш яһап,сараға йәм өҫтәнеләр. Ағинәй рәйесе Зөлхәбирә Сәхиулла ҡыҙы яугир егеттәребеҙгә матур ял итеп, еңел булмаған хеҙмәттәрендә уңыштар,имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп , доғалар бағышлап,ауылдаштар үреп әҙерләгән ике масксеткаларыбыҙҙы ,дошмандарҙан һаҡлап,ҡурсалап торһондар,аллаһ бирһә,тип уларға тапшырҙы.Һалдаттарыбыҙ "Бындай масксетҡалар беҙгә бик ныҡ кәрәк", тип рәхмәттәрен еткерҙеләр. ,Бай" кооперативының ҡорот цехы яугирҙәребеҙгә киптерелгән ҡороттарын, уҡытыусыбыҙ Миңнур Исмәғил ҡыҙы үҙенең күстәнәстәрен тапшырҙы. Һалдаттарға тип ниәтләп әҙерләнгән бетеүҙәребеҙҙе һәм күстәнәстәрен ағинәй Сәғиҙә Зәйнетдин ҡыҙы тапшырҙы.Уларҙы ошо бетеүҙәр ҙә һаҡлап ,яҡлап торһон ,Аллаһ бирһә.Мәғариф ветераны Гәүһәр Әғзәм ҡыҙы егеттәребеҙгә "Тиҙерәк һуғыш бөтһөн,илгә тыныслыҡ килһен,иҫән-һау йөрөгөҙ" тип изге теләктәр еткерҙе.Осрашыу сараһы тәмле сәй табыны артында матур һөйләшеү,ағинәйҙәрҙең матур теләктәре , имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп уҡыған доғалары менән тамамланды. Зөлхәбирә Мырҙағәлина, ауылдың "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе.

"Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт"
"Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас