+21 °С
Болотло
Рәсәй һәм Америка спортсыһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Джефф Монсон Өфөнөң Туҡай урамындағы мәсетендә һөйгәне менән никах уҡытҡан.
«Коллегабыҙ, депутат Джефф Монсон мосолман йолаһы буйынса һөйгән йәре Екатеринаға өйләнде», — тип хәбәр итте Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров.
Джефф Монсон Мәскәүҙә Ҡорбан байрамы уңайынан ойошторолған тантанала ислам диненә күскәйне.
Билдәле булыуынса, туйҙы улар 2025 йылдың яҙында үткәрергә уйлай.