Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Октябрь 2024, 04:23

Байрамығыҙ менән, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары!

Таң һарыһы әле беленмәгән,Төтөн һуҙа ауыл мейесе.Ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙ! Һеҙ булғанғаЙылы, нурлы һәр саҡ өй эсе.Табындарҙа - ҡомалаҡлы икмәк,Тәмле самауырҙың сәйҙәре;Ҡышын ҡулдар бер аҙ бушап торһа,Алһыҙ - ялһыҙ үтә йәйҙәре.Эшегеҙҙе һеҙҙең һанап тормам,Кем ауылда үҫкән - таныштыр;Ауыл ҡатынының ҡулы ете,Ауыл ҡатындары тырыштар.

Таң һарыһы әле беленмәгән,
Төтөн һуҙа ауыл мейесе.
Ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙ! Һеҙ булғанға
Йылы, нурлы һәр саҡ өй эсе.

Табындарҙа - ҡомалаҡлы икмәк,
Тәмле самауырҙың сәйҙәре;
Ҡышын ҡулдар бер аҙ бушап торһа,
Алһыҙ - ялһыҙ үтә йәйҙәре.

Эшегеҙҙе һеҙҙең һанап тормам,
Кем ауылда үҫкән - таныштыр;
Ауыл ҡатынының ҡулы ете,
Ауыл ҡатындары тырыштар.

Ҡала ҡатындары үпкәләмәҫ,
Һеҙҙе данлар башҡа шағирҙар;
Ауыл ҡатындары! Һеҙҙең өсөн
Бөгөнгө көн йырҙар, шиғырҙар.

Флүрә Маликова.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас