Новости
15 Октября 2024, 07:25

19-сы тапҡыр...

бензинға хаҡ артты.

Бөгөн, 15 октябрҙә, «Башнефть» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензин ҡиммәтләнгән. Хәҙер АИ-92 автоһәүәҫкәрҙәргә – 51,85 һумға (+5 тин), ATUM – 92 52,95 һумға (+5 тин), ATUM-95 56,45 һумға (+10 тин) төшә. Дизель яғыулығының хаҡы ғына үҙгәрмәгән – бер литры 63,85 һум тора.

«Башнефть» компанияһында 6 октябрҙә генә хаҡтар артҡайны. Шулай итеп, 28 майҙан башлап был яғыулыҡтың хаҡы 19-сы тапҡыр күтәрелгән.

Сығанаҡ:

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-10-15/v-bashkirii-v-19-yy-raz-podorozhal-benzin-3967681

19-сы тапҡыр...
19-сы тапҡыр...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас