+21 °С
Болотло
Мутлашыусылар Мәләүез пенсионерынан миллион һум самаһы аҡсаһын алдап алған. Ҡатын WhatsApp аша шылтыратыуҙы ҡабул итә һәм "кәрәҙле элемтә операторы хеҙмәткәре"нән льготалы тарифты оҙайтыу тәҡдимен ишетә. Шылтыратыусының "аватаркаһында" компания логотибы ҡуйылғанға, пенсиоенр уға ышанған. Ҡатын уға ебәрелгән кодтарҙы әйткәндән һуң һуң, аватарҙа "С вами разговаривают мошенники!" тигән яҙыу сыға һәм элемтә өҙөлә. Бер аҙҙан ҡатынға полиция һәм Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре булып шылтыраталар һәм аҡсаны "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсереү схемаһы буйынса Мәләүез ҡатыны 975 мең һум аҡсаһын юғалта,
Һаҡ булығыҙ! Таныш булмаған һандарҙы алмағыҙ!