Башҡортостанда дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Санкт-Петербургтың «СБТ-Строй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 49 йәшлек хеҙмәткәре һәләк булған бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башланы.Фажиғә 12 октябрҙә төндә М-5 «Урал»автомобиль юлының 1510-сы километрында теркәлгән. Руль артындағы ҡатынмашинаһы менән идара итә алмай һәм асфальт-бетонсыға төкөгән.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, бәрелеш ваҡытында эшсе юл ситендә булған, юл эштәрен башҡарыу тураһында билдә ҡуйылған. Алынған йәрәхәттәрҙән ул авария урынында вафат була. Тикшереү барышында ваҡиғаның сәбәптәре асыҡланасаҡ, тип билдәләнеләр төбәк дәүләт автоинспекцияһында. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Эске эштәр министрлығының Иглин районы буйынса бүлегенең тәфтиш бүлеге үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле тип һаналған ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты.