+24 °С
Ямғыр
Өфөлә йәшәүсене феристтар алдай алмай, сөнки яңылыҡтарҙы уҡып, алдау схемаларының күп булыуын белә. 48 йәшлек ир полицияға мутлашыу тураһында хәбәр итә. Ул социаль фондтан страховка полисының ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу тәҡдиме менән шылтыратыуҙарын, һуңынан уның шәхси мәғлүмәттәрен видеоэлемтә аша алырға тырышыуҙарын һөйләп бирә. Аферистар иргә һаҡлаған аҡсаның хәүеф аҫтында булыуын хәбәр итте һәм 600 мең һумға яҡын аҡсаны «хәүефһеҙ» иҫәпкә күсерергә тәҡдим итә. Бәхеткә күрә, ғариза биреүсе кем менән аралашыуын аңлай һәм һөйләшеүҙе өҙә. Мутлашыусылар уға туҡтауһыҙ шылтыратыуын дауам итә, әммә өфөлө яуап бирмәй.
Һаҡ булығыҙ!