+21 °С
Болотло
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә район халҡы даими ярҙам күрһәтә. Һәр кем көсөнән килгән ҡәҙәр булышлыҡ итә. Район хакимиәте ветерандары ла ситтә ҡала алманы. Ошо көндәрҙә улар бергә йыйылып, яугирҙәребеҙҙең һәр ваҡыт һораған тәмлекәстәрен — сәк-сәктәрҙе бешерҙе. Өй йылыһын, өй ашын һағынған яҡындарыбыҙға барып етеп, уларҙы ҡыуандырырға яҙһын.