Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
11 Октября 2024, 06:21

Берҙәмлек менән көслөбөҙ

Еңеү өсөн бергә тупландыҡ!

Берҙәмлектә көс 📌📌📌 Беҙ, Әбделкәрим ауыл хәкимиәте, ауыл клубы һәм унда әүҙем эшләп килгән,, Ағинәйҙәр,, төркөмө етәксеһе менән берлектә Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы ирекмәндәренең йәмәғәт ойошмаһына (штабына) барып СВО ла йөрөгән ир егеттәр өсөн маскировочный сеткалар үреүҙе өйрәнеп, мастер класс алып ҡайттыҡ. Ауыл хәкимиәте башлығы Әлфиә Ибраһим ҡыҙы сеткалар үреү өсөн кәрәкле материалдар алып ҡайтты. Егеттәр каркасты эшләп ҡуйҙылар. Ленталар ҡырҡыу өсөн яйланма эшләнеп бөтөү менән, алла бирһә Әбделкәрим ауыл клубында маскировочный сеткалар үреүҙәр башланасаҡ.🤲 Беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн йәндәрен аямай көрәшеп йөрөгән ир-егеттәргә бергәләп ярҙам итәйек! Зифинә Шайдуллина, мәҙәни саралар ойоштороусы.

Берҙәмлек менән көслөбөҙ
Берҙәмлек менән көслөбөҙ
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас