Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Октябрь 2024, 03:35

Әбделкәримдәр геройҙарын онотмай

Республика көнөнә ҡарата милиция капитаны, Чечня һуғышы ветераны Рим Әхмәт улы Ишьяровтың яҡты иҫтәлегенә арналған «Алтын көҙ» марафоны үтте.

Республика көнөнә ҡарата милиция капитаны, Чечня һуғышы ветераны Рим Әхмәт улы Ишьяровтың яҡты иҫтәлегенә арналған «Алтын көҙ» марафоны үтте. Йылдағыса марафондың бағымсылары Рим Әхмәт улының ата-әсәһе Әминә һәм Әхмәт Ишьяровтар булды. Марафонда мәктәп уҡыусылары Ҡыуат-Әбделкәрим маршруты буйынса йүгереп килделәр. Егеттәр араһынан беренселекте-Булатов Ғәзиз, ҡыҙҙарҙан- Булатова Алтынай беренсе килде. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа бүләктар алып ҡыуанды. Ишьяровтар ғаиләһенә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Зифинә Шайдуллина, мәҙәни саралар ойоштороусы.

Әбделкәримдәр геройҙарын онотмай
Әбделкәримдәр геройҙарын онотмай
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас