Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
11 Октября 2024, 08:18

Атайҙар һәм уландар

Иҫке Сибай ауылында атайҙар ҡоро уңышлы эшләй.

Республикабыҙ көнөнә арналған Атайҙар ҡороноң күсмә кубогына футбол буйынса ярыш икенсе йыл рәттән үтә. Быйыл атайҙар бер, ә уҡыусылар ике команда ҡуйҙы. Бар сығымдарҙы , ғәҙәттәгесә, атайҙар үҙ өҫтәренә алды. Иҫке Сибай урта мәктәбе уҡыусылары, ауылдың сәнғәт мәктәбе уҡыусылары танталы асыш һәм матур концерт номерҙары әҙерләгәндәр. Быйыл уңыш атайҙарҙа булды. Кубок өлкәндәрҙә! Шулай уҡ , йыл буйына әүҙем эшләп килгән ҡор ағзалары Янбаев Вәкил, Мәхмутов Раян, Дәүләтсурин Руслан, Иҙрисов Ильдус, Ваһапов Ильнур, Мөхәмәтйәнов Фиданис район мәғариф бүлеге тарафынан грамоталар менән бүләкләнделәр .Афарин! Бындай атайҙар булғанда беҙҙең балаларыбыҙҙың киләсәге ышаныслы . Сибай Утарбаев, атайҙар ҡоро рәйесе.

Атайҙар һәм уландар
Атайҙар һәм уландар
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас