Билал мәҙәниәт йорто янында Республика һәм Ауыл хужалығы көнөнә арналған “Көҙ байлыҡтары” тип исемләнгән йәрминкә гөрләп үтте.
Нимә генә юҡ һатыуҙа! Бигерәк тә, Нәсимә апай Боҫҡонова һатҡан кәбеҫтә, картуф, ит пирожкилары, Миңлегөл Аманова тәҡдим иткән пиццалар, һәр төрлө пирогтар үтемле булды. Улар янынан кеше өҙөлмәне. Фәрхәнә апай Сирусина ҙур йомарлам ҡорот, Миңһылыу апай йомортҡалар һатты. Уларҙы күп кеше күреп тә өлгөрмәне. Шунда уҡ биҙрәләп алып та бөттөләр. Хәлиҙә апай менән Сабит ағай Һибәтуллиндар йыл да баҡсаларынан мул уңыш йыя һәм көҙгө уңыштарын һатыуға ла сығара. Был юлы ла уларҙан кишер, ҡабаҡ, һәр төрлө салаттарҙы ихлас алдылар. Зәһинә апай Ғайсина күҙ нурҙарын түгеп мәрйендәрҙән эшләгән муйынсаҡтарын, матур гөл үҫентеләре һатты. Миңлебикә апай Ғайсина һатып алыусыларға йомшаҡ селек тәҡдим итте. Уны ла алыусылар күп булды. Шәхси эшҡыуар Гөлгөнә Яныбаеваның да кәсебе уң булды. Йылы кейемдәр, һәр төрлө матур күлдәктәр, салбарҙар алып та ҡыуанды ауылдаштар. Шулай уҡ, сәскә балы һатыусылар ҙа булды. Ҡош-ҡорт үҫтереүселәр Ирек ағай Һағынбаевтан тоҡлап бойҙай алып ҡыуанды. Ҡыҫҡаса әйткәндә, һатырға теләүселәр – һатып, алырға теләүселәр алып ҡыуанды. Һәр ваҡыт йәрминкәләр шулай гөрләп үтһен, уңыштар мул булһын!
Райхана Булатова, Билал ауылы китапханасыһы.