Тәҙрә төбөндәге гөлдәр, баҡсалағы күҙҙең яуын алған сәскәләр. Уларға һоҡланмаған кеше юҡтыр. Шуға күрә һәр ҡалала, ауылда күргәҙмәләр, сәскәләр конкурстары үткәрелә.
Беҙҙең Темәс тә бындай матурлыҡтан ситтә ҡалмай. Быйыл беҙҙә “Сәскәләр тормош йәме” конкурсы үтте. Уның маҡсаты - ауылдың иң яҡшы сәскә үҫтереүселәрен асыҡлау, иң яҡшы сәскә ихатаһын, баҡсаны билдәләү ине. Быйыл “Сәскәләр тормош йәме” конкурсы май айынан сентябргә тиклем, ай һайын ауылдың сәскә үҫтереүселәренең ихаталарына, йорттарына даими йөрөү менән үтте. Конкурс комиссияһының тырышлығы менән сентябрҙә уны тамамлап, еңеүселәрҙе, ҡатнашыусыларҙы асыҡлау мөмкин булды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, беҙҙең ауылда сәскәләр үҫтереү менән мауығыусылар бик күп. Гөл-сәскәле йорттар, ихаталар хужаларҙың матурлығы ғына түгел, ә бөтә ауылдың йәме. Конкурста бик күп йәш хужабикәләр ҙә, оло йәштәгеләр ҙә ҡатнашты. Бындай ярыштарҙа еңелеүселәр булмайҙыр. Сөнки уның һөҙөмтәһе - гөл-сәскәгә күмелгән йорттар. Беҙ үҙ йортобоҙҙо ғына түгел, ауылыбыҙҙы ла төҙөкләндерәбеҙ, тирә-яҡтағыларҙы ҡыуандырабыҙ.
Быйыл Темәс ауылында конкурста 47 йорт ҡатнашты. Һәм һәр ҡатнашыусы һоҡланыу һәм рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Сөнки биләмәне йәшелләндереүгә, сәскәләргә күмеүгә байтаҡ ваҡыт, тырыш хеҙмәт һәм йыш ҡына күп аҡса тотонола. Күп кенә конкурсанттарҙың ихатаһы матурлығы һәм үҙенсәлеклелеге менән таң ҡалдырҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, еңеүсене билдәләү еңелдән түгел, сөнки лайыҡлылар күп. Йомғаҡ яһағанда беҙ нимәне иҫәпкә алдыҡ? Матурлыҡ һәм ижади ҡараш. Бындай конкурсанттар ҙа күп булды. Һәүәҫкәр сәскә үҫтереүселәрҙең ғәйәт ҙур хеҙмәте һөҙөмтәһенә ҡарап, һоҡланып бөтә алманыҡ.
Шулай итеп, Гран-приға Раушания Ирназарова лайыҡ булды. 1-се урын – Нәзилә Яхина, Вәзирә Исхаҡова, 2-се урын – Рәсимә Дәүләтшина, Зифа Саньярова, 3-сө урынға Вәсилә Нурмөхәмәтова һәм Фәйрүзә Ишемғолова лайыҡ булды. Ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы, улар номинациялар буйынса билдәләнде. Афарин, һеҙ тормошҡа матурлыҡ бүләк итеүселәр! Сараның бағыусылары Рәмил Солтанов, Радик Исхаҡов, Илһам Әхмәтшинға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Айгөл Мырҙабулатова.