Новости
10 Октябрь 2024, 06:31

Афарин, егеттәр!

"Үҙҙәренең инициативаһы менән ауыл төҙөклөгөнә үҙ өлөшөн индереүсе Й. Байегетовҡа, И. Алтынамановҡа, буяр алдынан ҡыйыҡты урындағы янғын һүндереү техникаһы менән йыуыу-таҙалауҙа ярҙам иткән егеттәргә, атап әйткәндә, Рәил Килдеғошовҡа, Вилүр Байғотлинға, Хәйҙәр Сирбаевҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, уларҙың артабан да эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ",- тине Йомаш ауыл биләмәһе  башлығы Барый Миңлебаев. 

Йомаш ауылы егете Йәмил Байегетовты  ҡул эштәре оҫтаһы булараҡ беләбеҙ. Кисә улар ошо уҡ ауыл егете, әлеге ваҡытта Баймаҡта Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында  белем алыусы  Ирмәк Алтынаманов менән Йомаш ауылы мәсетенең ҡыйығын буянылар. Буяуы иҫкергән ҡыйыҡ, косметик ремонттан һуң, яңы төҫ алып, матурайып ҡала. " Үҙҙәренең инициативаһы менән ауыл төҙөклөгөнә үҙ өлөшөн индереүсе Й. Байегетовҡа, И.Алтынамановҡа, буяр алдынан ҡыйыҡты урындағы янғын һүндереү техникаһы менән йыуыу-таҙалауҙа ярҙам иткән егеттәргә, атап әйткәндә, Рәил Килдеғошовҡа, Вилүр Байғотлинға, Хәйҙәр Сирбаевҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, уларҙың артабан да эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ",- тине Йомаш ауыл биләмәһе  башлығы Барый Миңлебаев. 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас