Новости
9 Октябрь 2024, 14:32

Ул — Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре

Яҡташыбыҙҙы юғары наградаһы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Мәғариф өлкәһендәге юғары күрһәткестәре һәм уңыштары өсөн «Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булыусы ауылдашыбыҙ Зимфира Фазлиәхмәт ҡыҙы Ғүмәрованы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы булған Зимфира Фазлиәхмәт ҡыҙына уҡытыусылар көнөнә арналған байрамда «Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре» исеме бирелде! Зимфира Фазлиәхмәт ҡыҙы Ғүмәрова бына 40 йылдан ашыу ғүмерен башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, уҡыусыларҙың тыуған яҡ тарихы буйынса белемен тәрәнәйтеүгә, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, уның мәҙәниәтенә һөйөү һәм хөрмәт тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлткән хөрмәтле уҡытыусы. -Мин - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы... Ни өсөн һуң әле мин тап ошо һөнәрҙе һайланым? Был турала бик күп уйландым... Үҙемде белгәндән алып, уҡытыусы булырға хыялландым. Мәктәптә уҡый башлағас, уҡытыусы булыу теләге икеләтә артты. Ә инде мәктәп тормошона сумғанда, ниндәй яуаплы эшкә тотонғанымды аңланыммы икән һуң? Беренсе тапҡыр мәктәпкә аяҡ баҫҡан балаларҙың ап-аҡ ҡағыҙ битендәй күңел ерлегенә ер йөҙөндәге иң-иң яҡшы сифаттарҙы ғына сәсергә тейешлегемде тулыһынса аңлап та еткермәгәнмендер, бәлки. Йылдар үткән һайын үҙем башҡарған эштең ни тиклем яуаплы булыуына төшөнәм һәм хайран ҡалам. Үҙемдең оҙаҡ йылдар эшләгән дәүерҙә өлгө итеп алырлыҡ күп кенә уҡыусыларым бар. Улар тормошта үҙ урындарын табып, матур ғаилә ҡороп, балаларына башҡорт рухында тәрбиә бирәләр. Балалары әлеге көндә саф башҡортса һөйләшеп, төрлө сараларҙа ҡатнашып, ата-әсәләрен, уҡытыусыларын ҡыуандыралар. Ошо үҙе бер мәртәбә, үҙе бер ҡыуаныс түгелме?!- тип үҙ ҡыуанысы менән уртаҡлашты ауылдашыбыҙ. Зимфира Ғүмәровала кешелек сифаттары ла һоҡланғыс. Ул барса кешегә ихтирамлы, һәр кемгә, ҡулынан килгәнсә, ярҙам итергә әҙер. Ҡәҙерле әсәй, өлгөлө ҡәйнә һәм яратҡан өләсәй ҙә ул. Балалары Илшат, Айбулат һәм Заһит төрлө өлкәлә уңышлы эшләйҙәр. Беҙ, бөтә ауылдаштар исеменән, Зимфира Фазлиәхмәт ҡыҙын юғары наградаһы менән ысын күңелдән ихлас ҡотлайбыҙ! Уға ҡоростай һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, ижади уңыштар теләйбеҙ! Әлиә Дауытбаева, китапханасы.

Ул — Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре
Ул — Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас