Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Октябрь 2024, 10:40

Ҡар ҡатыш ямғыр буласаҡ

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә...

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә. Ямғыр һәм ҡар яуыуы көтөлә, тип хәбәр итте Башгидромет синоптиктары. Бөгөн, 9 октябрҙә, республикала урыны менән ямғыр, йәшен. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +15, + 20°, төньяҡта +10°.

Кесе йома, 10 октябрҙә, шулай уҡ ямғыр яуыуы көтөлә, төньяҡ райондарҙа кис көнө ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнсығыштан, талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Төндә һауа температураһы +2, +7°, көндөҙ +8, +13°, төньяҡта +3°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас