Рәсәйҙә «Тәңкәләр аҙналығы» акцияһы үтә. 20 октябргә тиклем металл аҡсаны ҡағыҙ аҡсаға йәки башҡа номиналдағы тәңкәләргә бушлай алмаштырырға мөмкин. Ғәҙәттә, бындай операция өсөн банктарҙа сумманың 3 процентына тиклем комиссия түләргә тура килә.
"Халыҡта тәңкәләр күп йыйыла, ә улар хәҙер ҡулланылмай. Шул уҡ ваҡытта магазиндар һәм банктарҙа ваҡ аҡса етмәй. Акция тәңкәләрҙе әйләнешкә ҡайтарырға һәм уларҙы әҙерләүгә сығымдарҙы кәметергә ярҙам итә», – тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың милли банкында.
Бында акцияла һеҙгә уңайлы банк бүлексәһе йәки магазин ҡатнашамы, һәм тәҡдим ителгән алмашыу шарттары бармы-юҡмы икәнен тикшерергә мөмкин. Былтыр бындай акция май айында уҙғарылғайны, ул саҡта Башҡортостан халҡы банкыларға 2,7 миллион һумдан ашыу суммаға 2,8 тонна ауырлыҡтағы 580 меңдән ашыу тәңкә тапшырҙы, тип хәбәр итә Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса милли банкы. Был тәңкәләр ҡағыҙ купюраларға алмаштырыла йәки банк иҫәбенә күсерелә.