Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Октябрь 2024, 11:15

Сибайҙан 39 йәштәге ир

мутлашыусыларға 2,5 миллион һум йыйып барған аҡсаһын күсергән

Сибайҙан 39 йәштәге ирСибайҙан 39 йәштәге ир
Сибайҙан 39 йәштәге ир

Был юлы тәүлек эсендә Башҡортостан халҡы аферистарға 9 миллион һумдан ашыу аҡсаһын биргән. Республика эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу тураһында 26 хәбәр килде, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Мәҫәлән, Сибай бүлегенә 39 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Иргә мессенджерҙарҙың береһендә билдәһеҙ кешеләрҙән шылтыратыу килә. Әңгәмәсе үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре итеп таныштырҙы һәм енәйәтселәрҙең шәхси мәғлүмәттәренә үтеп инеүе һәм хәҙер кредит алырға йөрөүҙәрен әйтә. Ышаныслылыҡ өсөн банктың ялған хеҙмәткәре шылтыратып, унан алдағы шылтыратыусы аферистың мәғлүмәтен раҫлай. Мутлашыусылар иргә хәлдән сығыу юлын — хәүефһеҙ иҫәп асыуҙы тәҡдим итә. "Белгестәргә" ышанып, ир мутлашыусыларға 2,5 миллион һумдан ашыу шәхси аҡсаһын күсерә.

Һаҡ булығыҙ! Алданмайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас