+21 °С
Болотло
Башҡортостандың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгендә Хәбәр итеүҙәренсә, Өфө — Инйәр — Белорет автомобиль юлында делиниаторҙар — юлдарҙы хәүефһеҙерәк итеүсе махсус бүлеүселәр барлыҡҡа килгән. Уларҙы ҡаршы һыҙатҡа сығыу сәбәпле авариялар хәүефен кәметеү өсөн Илтерәк ауылы районында урынлаштырғандар.
"Делиниаторҙар-хәрәкәтте айырып торған яһалма ҡоймалар. Айырыуса улар уҙып китеү тыйылған һәм ҡайһы бер водителдәр йыш ҡына юл билдәләрен иғтибарһыҙ ҡалдырған урындарҙа мөһим. Әлеге ваҡытта уларҙың һөҙөмтәлелеген баһалау бара. Һөҙөмтәләрнымиғай булһа, делиниаторҙар республиканың башҡа юлдарында ла күренергә мөмкин", - тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.