БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 25 йәшлек ир Туймазы районы полицияһына мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Иргә МТС кәрәҙле компанияһы хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыу килә. Шылтыратыусылар кәрәҙле элемтә хеҙмәттәре килешеүен оҙайтыу кәрәклеге тураһында хәбәр итә, сөнки алдағыһының йәнәһе лә ваҡыты “үтә”. Уларға ышанып ир мутлашыусыларға үҙенә килгән смс-кодты әйтә. Бер аҙҙан банк хеҙмәткәренән шылтыратыу килә һәм ғариза биреүсене килгән ғаризаларҙы юҡҡа сығарыу өсөн «ҡаршы кредит» алырға күндерә. Күрһәтмәләргә буйһоноп, ир 2 миллион һумдан ашыу суммаға кредит рәсмиләштерә һәм уларҙы енәйәтселәргә күсерә.
Ошо уҡ полиция бүлегенә Ҡандра ауылынан 52 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ҡатын уға “Мегафон” кәрәҙле компанияһы хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған билдәһеҙ кешеләрҙән шылтыратыу килгәнен һөйләй. Әңгәмәсе хеҙмәт килешеүенең ваҡыты тамамланыуы тураһында хәбәр итә һәм уны оҙайтырға тәҡдим итә. Мутлашыусы ҡатынды килешеүҙе рәсмиләштереүҙә ярҙам итеү өсөн мобиль ҡоролма экранын күрһәтеү функцияһын ҡушырға күндерә. Әммә телефонына инеп ҡатын ялған хеҙмәткәрҙең уның исеменә кредит алырға маташыуын күрә. Ул мутлашыусы менән аралашыуын аңлай һәм улар менән һөйләшеүҙе өҙөп, 990 мең һум күләмендәге аҡсаһын һаҡлап ҡала.
Һаҡ булығыҙ! Алданмағыҙ!