Новости
7 Октябрь 2024, 11:20

Баймаҡта бер ирҙең машинаһы

дәүләт иҫәбенә тартып алынды

Райондың 44 йәштәге кешеһенә хөкөм ҡарары сығарылды. Ул РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһының 1-се өлөшө йәғни руль артына эскән килеш ултырған өсөн административ яза алып йәнә шул уҡ хоҡуҡ боҙоуҙы ҡылыуҙа ғәйепләнә.

Ул йәйгеһен урамда дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатыла. Уның эскән булыуы асыҡлана.

Суд был ирҙе 300 сәғәтлек мәжбүри эшкә йәлеп итте һәм водитель таныҡлығынан 2 йыл да 6 айға мәхрүм итте. Бынан тыш уның “Мазда” шәхси транспорты дәүләт иҫәбенә тартып алынды.

Р. Әминев, район прокуроры ярҙамсыһы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас