-7 °С
Ҡар
Башҡортостанда һауа температураһы бөгөн +17 градус тәшкил итәсәк, тип хәбәр итте төбәк синоптиктары. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +12, +17 градус.
Быйыл Башҡортостанда октябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була. Синоптиктар фаразлауынса, 2024 йылдың октябре ҡоро һәм йылы була. Яуым-төшөм аҙ булыуы көтөлә, ә уртаса айлыҡ температура +4,3°нормала үткән йылдар күрһәткестәренән 1 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ. Айлыҡ яуым-төшөм норманан кәмерәк булыуы ла күҙаллана (норма 40-60 мм).
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрь Башҡортостанда рекордтан башланды.