-7 °С
Ҡар
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында һәләк булған кеше менән авария ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай. Үлемесле авария кисә кис Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 42-се километрында булған. «Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Ырымбур яғынан Өфө яғына хәрәкәт иткән КАМАЗ водителе алда хәрәкәт иткән прицеплы КАМАЗ йөк машинаһы менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель урында уҡ һәләк булған», — тиелә Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһының белдереүендә. Авария сәбәптәре асыҡлана.